ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
11 Март 2021, 12:00

Кискелеккә тауыҡ ите бешерәбеҙ

Бының өсөн түбәндәге һылтанма буйынса үтеп, рецебын яҙып алығыҙ, ә эш барышы видеояҙмала күрһәтелгән.

Киске ашҡа духовкала тауыҡ ите тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн тауыҡтың түш ите, һарымһаҡ, үҫемлек майы, ҡаймаҡ, шампиньон бәшмәге, помидор, сыр, йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Тәүҙә тауыҡ итен һәйбәтләп йыуып, сүкеш менән һуҡҡылағас, булған ингриедиенттарҙы ҡатлап һалабыҙ. Ит өҫтөнә башта - ваҡланған һарымһаҡ, май, ҡаймаҡ, бәшмәк, помидор, иң өҫтөнә - ҡырылған сыр.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә биргәндә йәшел тәмләткестәр һибеп бирәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас