Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
31 Март 2021, 13:30

Эремсек ҡабартмаһы

Төшкөлөккә нимә әҙерләнегеҙ? Был видеояҙмала эремсектән тәмлекәс бешерергә өйрәткәндәр. Тулыраҡ тексы:

Бының өсөн 300 грамм эремсек, бер йомортҡа, ике-өс аш ҡалағы шәкәр, бер семтем ванилин, өс аш ҡалағы өйөп он кәрәк.
Башта эремсеккә йомортҡаны, шәкәрҙе, ванилинды, ондо ҡушып бергә һәйбәтләп бутайбыҙ. Шунан ҡул менән әүәләп, табала майҙа ике яғын да ҡыҙҙырабыҙ.

Әҙер эремсек ҡабартмаларын өҫтәлгә емеш-еләк менән биҙәп бирергә мөмкин.

Фото: kristinkama.livejournal.com.

Читайте нас: