Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
7 Апрель 2021, 17:50

Баллы кекс

Кискелеккә нимә бешерҙегеҙ? Ә ниңә сәйгә кекстар әҙерләмәҫкә?

Бының өсөн 100 грамм аҡ май, 110 грамм он, ике аш ҡалағы мәк, ике аш ҡалағы бал, бер йомортҡа, 30 грамм шәкәр пудраһы, ярты сәй ҡалағы йомшартҡыс, тоҙ алына. Крем өсөн: ете сәй ҡалағы шәкәр пудраһы, өс сәй ҡалағы йылы һөт, ванилин кәрәк.

Тәүҙә аҡ майҙы шәкәр пудраһы, бал менән һәйбәтләп туғыйбыҙ. Йомортҡа өҫтәп тағы ла туғыйбыҙ. Шунан ондо, мәк, йомшартҡыс менән бергә бутайбыҙ һәм майлы ҡатнашма ҡушып тағы ла туғыйбыҙ ҙа формаларға һалабыҙ. Мейестә 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Артабан кремға тотонабыҙ. Һөттө шәкәр пудраһы, ванилин менән бергә бутайбыҙ. Мейестән сыҡҡан йылы кекстарға ҡоябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Ne-dieta.ru
Читайте нас: