Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
24 Апрель 2021, 18:00

Кемдәр финишта көс һынашасаҡ?

Башҡортостан юлдаш телеканалында “Яңы моң”дың сираттағы сығарылышы бөгөн 19.30 сәғәттә башлана. Ҡарарға онотмағыҙ!

“Яңы моң” халыҡ-ара проектында ҡатнашырға теләп 800 ғариза ебәрелгән. Бөгөн иһә тура эфирҙа һигеҙ коллектив һәм ҡатнашыусы ғына көс һынашасаҡ.
Ҡырғыҙстандан ҡатнашыусы Оскарҙың һәм “Дәрт” Өфө-Магнитогорск триоһының бөгөн проектты ҡалдырыуы ихтимал. Номинанттарҙың яҙмышын бары тик тамашасылар ғына хәл итә ала. Тауыш бирергә ваҡыт бар әле!
Бөгөн иһә тура эфирҙа иң-иңдәр көс һынаша:
Ҡаҙағстандан Әкимхан Маженов. Тауышы көслө. Жюри ағзалары уны лидер тип билдәләй.
Әрмәнстандан Мэри Аветисян башҡортса йыр башҡарып күптәрҙең күңелен яуланы. Ул - халыҡ-ара конкурстарҙа ете тапҡыр еңгән көслө башҡарыусы.
Өфөнән Искәндәр Сөләймәнов – проекттың иң йәш ҡатнашыусыһы. Валерий Меладзе уны бик юғары баһалаған.
Евгения Сафина – Өфө ҡыҙы. Уны проектта тамашасы һөйөүе тотоп тора. Инде сығып остом тигәндә, тамашасылары тауыш биреп, ҡыҙҙы алып ҡала.
Өфө-Ҡазан “Дуэт”ы Василий менән Амурус - иң үҙенсәлекле ҡатнашыусылар. Ике төрлө йүнәлештә эшләгән егеттәр бер көс булып тупланып финишҡа етә алған.
Ҡазандан Гөлназ Ғарифйәнованы проектты ойоштороусы Элвин Грей (Радик Юльяҡшин) ҡурсалай. Уның билдәләүенсә, Гөлназ - проекттың биҙәге.
“Яңы моң” Башҡортостан юлдаш телеканалында 19.30 сәғәттә башлана. Ҡарарға онотмағыҙ!
Фото: БЮТ сайты.
Читайте нас: