Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
8 Май 2021, 14:00

“Аҡтыҡ ғүмер һинең менән үтһә...”

Ағайҙың бына ошо ҡарашында ниндәйҙер ғиллә бар төҫлө ине: рәхмәт тойғоһомо, йәлләүме, ниндәйҙер үкенесме...

Күп йылдар элек, һаулығына ауыр зыян килгәндәр бүлегендә дауаланған ҡәрҙәшем эргәһенә хәл белергә килеп йөрөгәндә, палаталағы бер пар ирекһеҙҙән иғтибарымды йәлеп итә ине. Сырхауҙың карауаты ҡаршыла ғына тора, теләһәң-теләмәһәң дә, был икәү – урта йәштәрҙәге, мыҡты кәүҙәле, саллана башлаған ҡуйы сәсле күркәм ағай менән уны тәрбиәләргә килгән ҡатыны – шул уҡ йәштәрҙәге, нескә кәүҙәле, тулҡынланып торған ҡуңыр сәстәрен матур итеп өйөп ҡуйған һөйкөмлө апай, күҙгә салынып ҡала.
Бик ауыр хәлгә тарығандар ята ине был бүлектә: ауыр ҡазаланып, атлау мөмкинлегенән мәхрүм ҡалғандар... Баяғы ағай ҙа ҡатыны ярҙамынан тыш әлегә хатта боролоп та ята алмай. Апай иһә шул нескә генә кәүҙәһе менән ирен һис ауырһынмай әйләндереп һала, күңелен күтәрергә тырышыптырмы, ипле генә тауыш менән ниҙер һөйләй. Бошоноп тик ятырға ла ирек бирмәй уға: шар өрҙөрһөнмө, еңел күнекмәләр яһатһынмы. Был ҡупшы апайҙың бер ҡасан да йөҙ һытып ултырғанын күрергә тура килмәне. Ирен шул тиклем йылы итеп хәстәрләгәнен күреү иһә уға ҡарата һоҡланыу, ҡыҙыҡһыныу ҙа тыуҙырҙы.
Ҡайһы саҡта ирекһеҙҙән ошондай күренешкә шаһит булырға тура килә: ағай ҡатынының ҡулын тота ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә, уға текләп ҡарай. Апай йылмая, иренең ҡулдарынан йомшаҡ ҡына итеп һыйпай. Ағайҙың бына ошо ҡарашында ниндәйҙер ғиллә бар төҫлө ине: рәхмәт тойғоһомо, йәлләүме, ниндәйҙер үкенесме... Һәр хәлдә, был икәү араһында ситтәр аңлай алмаҫлыҡ серме, хикмәтме ята ине.
Ҙур бәләгә ҡалған иренә ҡатынының ошондай йылы, хәстәрлекле мөнәсәбәте, тегеһенең дә үҙен лайыҡлы тотоуы, ҡайһы берәүҙәр кеүек туҡтауһыҙ мыжымай, сәбәләнмәй үҙ хәлен ҡабул итеп йәшәргә тырышып ятыуы, ҡатынына рәхмәтле булыуы күңелдә һоҡланыу тыуҙырҙы. Был икәү тураһында яҡынданыраҡ белергә теләү хисе барлыҡҡа килде. Һәм бер саҡ әңгәмәләшеү форсаты сыҡты.
Бер килгәнемдә апай яҡындағы кибеткә барып, кәрәк-яраҡтар алып килергә йыйына ине. Мин дә ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдым. Апай менән һөйләшә-таныша бергәләп дауахананан сыҡтыҡ.
– Эй һеҙгә ҡарап һоҡланам, апай. Ағайҙы шул тиклем матур итеп ҡарайһығыҙ, бер ҙә зарланмайһығыҙ үҙегеҙ ҙә, ул да, – тип хөрмәт бедерҙем. Һөйләшеп киттек.
Гөлнур апай – мөләйем ханымдың исеме шулай булып сыҡты – тыйнаҡ ҡына йылмайҙы:
– Ҡайҙа бараһың инде, һеңлем. Үҙе һорап алған ҡаза түгел. Тормош ауырлыҡтарын бергәләп күтәрә белергә кәрәк, – тине. – Әле шулай. Ә беҙҙең тарих бит, э-эй, һөйләй китһәң...
Апай туҡталды, күҙҙәре һағышланды, ул бер арауыҡ өндәшмәй торҙо, ауыр һуланы.
– Ашыҡмайһыңмы, һеңлем?..
“Юҡ” тигәнде белдереп баш сайҡайым. Ашыҡҡан хәлдә лә, ниндәйҙер ауыр күңел халәтенә тарыған кешене: “Ярай, ҡайтыр кәрәк шул, һау булығыҙ” – тип ҡалдырып китеп булмаҫы көн кеүек асыҡ.
– Күңелгә йыйылғанды һөйләр кәрәк, юғиһә, юшҡын булып ултыра, тиҙәр,– тип көлгән булды Гөлнур апай. – Журналист кеше, һин былай ҙа төрлө тарихтарҙы күп ишетәһеңдер инде, – тип ҡуйҙы.
Ихаталағы эскәмйәгә ҡунаҡланыҡ.
– Мансур менән (“Исемдәре бер-береһенә оҡшап тора”, – тип уйлап алам эстән) үҫмер саҡтан танышбыҙ, – тип башланы апай. – Ул беҙҙән арыу ғына алыҫ булған ауылдыҡы ине. Унда мәктәп һигеҙ йыллыҡ ҡына булғас, Мансур туғыҙынсы класҡа беҙҙең мәктәпкә уҡырға килде. Өләсәһе менән олатаһында ятып уҡыны, ялдарға өйҙәренә ҡайтып китә ине. Оҙон буйлы, ҡабарып торған сәсле Мансурға ғашиҡ булдым бит. Ул да миңә иғтибар итте кеүек. Егет менән ҡыҙ булып йөрөмәһәк тә, мәктәптән бергә ҡайтырға сығып, бергә килеп тигәндәй йөрөнөк.
Мәктәптә уҡығанда киске уйындарға йөрөү тигәнде мин белмәнем, сөнки башың йәш, уйынға йөрөргә өлгөрөрһөң, тип атайым да, әсәйем дә сығармай инеләр. Минең быға артыҡ иҫем китмәне: тырышып уҡырға, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары белем ала башларға тейешмен – шул маҡсат ине алдымда.
Мансур ни, егет кеше, уйынға сыға, әлбиттә. Уның әле был, әле теге ҡыҙҙы оҙатҡан, имеш, тигәне ҡолаҡҡа салынһа, ғәләмәт ҡайғыра инем, әммә һыр биреү юҡ инде, уның менән бер ни белдермәй көләм, һөйләшәм, аралашам. Шулай итеп, мәктәпте лә тамамланыҡ.
Сығарылыш кисенән һуң таң ҡаршылағанда, йөрәгем дөпөлдәп ниҙер көттөм. Мансур миңә хистәрен белдерер кеүек ине. Әммә юҡ, ул барыһы менән дә көлә-аралаша, шул ыңғайҙан минең менән дә шаярып ала. “Яратмай икән дә мине Мансур! Иҫәр, үҙемә-үҙем фантазия ҡороп алғанмын да шуға ышанып йөрөйөм! Беҙ бары дуҫтар ғына бит!” – тигән асыш яһаным да, ситкә китеп бер аҙ балауыҙ һығып алғас, күңелем бушағандай булды.
Өфөгә килеп, институтҡа уҡырға индем. Мансур ҙа баш ҡаланы һайланы. Ул, класташым булараҡ, ҡайһы саҡта хәл белергә килә. Бүлмәләш ҡыҙҙарым менән бергәләп ултырып һөйләшә-көлөшә сәй эсәбеҙ, унан Мансур үҙенә ҡайтып китә.
Әхирәттәремә лә ныҡ оҡшай ине ул. Ғашиҡ та булды ҡайһылары. Әммә улар:
– Гөлнур, ниңә килә тип уйлайһың был сибәр егет, ә? Сәй эсер өсөнмө ни? Ярата ул һине! – ти. Миңә быны ишетеүе рәхәт, әммә үҙебеҙҙең бары класташтар, дуҫтар булғаныбыҙҙы тәҡрарлайым.
Ә берҙән-бер көн Мансур килде лә:
– Гөлнур, әйҙә Салауат һәйкәленә барып киләйек?– тип тәҡдим итте. Битем гөлт итеп ҡалды, йөрәгем туланы.
Сығып киттек. Һәйкәл эргәһенә баҫып, Ағиҙел өҫтөн күҙәттек. Мансур шунда ҡулымдан тотто ла ҡапыл:
– Гөлнур, мин һине яратам! – тине. Күптән көткән танһыҡ һүҙҙәрҙән башым әйләнде, йөрәгем алҡымыма тығылды. – Быға тиклем күңелемә һинең кеүек шул тиклем дә яҡын булған ҡыҙҙар осраманы. Һине ысынлап яратҡанымды яңы килеп аңланым бына... – Ул һөйләй, ә мин ишеткәнемә ышанырға белмәй тора бирәм. Иң бәхетле көнөм булып иҫтә ҡалды был мәл!..
Хәтирәләргә бирелгән әңгәмәсемдең йөҙө балҡый, үҙе йылмая. Иҫ киткес нур бөркөлә һымаҡ унан. Уның менән ҡуша йылмайып, бәхетенә ҡуша шатланып, хикәйәттең дауамын көтәм.
– Ошо көндән һуң егет менән ҡыҙ булып дуҫлаша башланыҡ. Киләсәккә яҡты хыялдар йөрөттөк, маҡсаттар ҡуйҙыҡ, тырышып уҡыныҡ. Институтты тамамлап, диплом алғас, гөрләтеп туй ҙа яһаныҡ.
Ул саҡтағы бәхетем! Беҙ, тыуған яҡтарға, атай-әсәйгә, туғандарға яҡыныраҡ булыр өсөн, эргәләге ҡаланы һайланыҡ. Дәртләнеп эшләп, йәшәп алып киттек. Яйлап үҙ донъябыҙҙы ҡорҙоҡ.
Мансур яҡшы ир ине, ҡулы ла оҫта, башы ла шәп эшләй. Бер-бер артлы ике балабыҙ тыуҙы. Ул ең һыҙғанып эшләне, донъяны ла гөрләтеп алып барҙыҡ.
Шулай бәхеткә ҡоролған көндәр, айҙар, йылдар аҡты. Балалар ҙа үҫте, үҙебеҙ ҙә олпатлана башланыҡ. Өйөбөҙҙәге бәхет, һиллек бер ҡасан да бөтмәҫ, гел ошолай татыу, мөхәббәтле йәшәр кеүек инек тә бит. Тормош уйламаған ерҙән килтереп бәрә шул...
Бер саҡ Мансурымдың уйсанланғанын, аҙ һүҙле булып киткәнен тойҙом. Яйлап ҡына өлкәнәйәбеҙ, бәлки, шуға ла борсолалыр әле, тип үҙемсә аңлатырға тырышҡан булам, һорауҙар биреп йөҙәтмәйем. Ә өлкән балабыҙ – улыбыҙ юғары уҡыу йортон тамамлап, диплом алған йәйҙә иһә мине лә, балаларҙы ла, бар туғандарҙы ла һеңгәҙәткән хәл булды – Мансур беҙҙе ташлап сығып китте...
Уның был һүҙҙәре тыңлап ултырған миңә лә аяҙ көндә йәшен йәшнәгән кеүек тәьҫир итә. Гөлнур апайға ла был турала ҡайтанан иҫкә төшөрөү ауыр икәне һиҙелеп тора.
– Шула-ай... – тип һуҙа ул, көрһөнөп. – Нисә йылдар бергә йәшәп-йәшәп тә, кешене белеп бөтмәҫкә мөмкин икән ул. Баҡтиһәң, ярты йыл самаһы элек уларҙың ойошмаһына иренән айырылған бер ханым эшкә килгән. Мансурға күҙ һалған ул. Улай ҙа, былай ҙа итеп иғтибарын яуларға тырышҡан. Ирем башта битараф булып тойолһа ла, тора-бара йәш ҡатынға әүрәгән. Быныһын аҙаҡ белдем.
Ныҡ ауыр кисерҙем хыянатты. Һаулығым ҡаҡшап китеп, оҙаҡ ҡына дауаланып ятырға ла тура килде. Шунда Мансур исмаһам бер тапҡыр ҙа хәлемде белеп тә шылтыратманы, килеп йөрөү тураһында һүҙ ҙә юҡ инде. Балалар уға ҡаты үпкәләһә лә, улыма ла, ҡыҙыма ла аталарын насарлап бер һүҙ ҙә әйтмәнем. “Ул һеҙҙән түгел, минән китте. Нисек кенә булмаһын, һеҙҙең өсөн ғүмер буйы иң яҡын кешегеҙҙең береһе булып ҡалырға тейеш”, – тинем.
Шул китеүҙән уны ике йыллап күрмәнек тә, ишетмәнек тә. Улыбыҙ өйләнгәндә генә туйға килеп ҡотлап китте, унда ла бик тиҙ генә яңы ғаиләһенә ҡайтып китергә ашыҡты.
Мансур ташлаһа ла, туғандары мине ситкә типмәне. Килеп, ярҙам кәрәкһә, ярҙам итеп, байрамдарына ла саҡырып торҙолар. Унда яңы ҡатыны менән Мансур килмәҫен белһәм генә бара инем. Егерме йыл буйы яратып, ышанып йәшәгән кешемде ят йәр менән күреүҙе күтәрә алмаҫмын һымаҡ ине...
Һәм бына бер ваҡыт бик бошонҡо ҡиәфәтле улым килде. “Әсәй, һинең менән етди һөйләшеү бар”, – тигәненән ниндәйҙер сетерекле хәл тыуғанын аңланым. Мансур эштә бейеклектән ҡолап төшөп, ныҡ ҡазаланған, ауыр операция үткәреп, Өфөлә дауаханала ята булып сыҡты. “Әсәй, барып килерһең, бәлки, ә?” – ти улым үҙәге өҙөлөрҙәй булып, мин дә атаһын йәлләп илайым, күҙ йәштәрем ирекһеҙҙән аға ла аға.
Барҙым, күрҙем. “Әле Фаягөл (яңы ҡатынының исеме шулай ине) торған һайын һирәгерәк килә, ә һине килерһеңдер тип башыма ла индермәнем, – тине ҡасандыр иң яҡын булған кешем ҡарашын йәшереп. – Ғәфү ит мине, Гөлнур... Бар ялғандан азат булған мөнәсәбәттәребеҙгә тап төшөргән, хыянат иткән өсөн...” “Ғәфү итәм, яйлап онотола инде был хәл,– тигән булдым. – Бирешмә, аяҡҡа баҫырға тырыш. Әле йәп-йәшһең, гөрләп йәшәр сағың ғына әле. Бәхетле бул”. Палатанан сыҡҡанымда уның усы менән йөҙөн ҡаплағанын, кәүҙәһенең һелкенгәнен күрҙем. Үҙем дә йәһәтләп сыҡтым, сөнки янында ултырған көйө һыным ҡатып илар хәлгә еткәйнем...
Ә бер аҙҙан Фаягөлөнөң Мансурҙы ташлағаны мәғлүм булды. Йәш көйгә инвалид ир менән йәшәгеһе килмәгәндер, күрәһең.
“Әсәй, аңлайым, һиңә ауыр. Әммә һин бит шундай мәрхәмәтле. Әйҙә, атайҙы ташламайыҡ, ә?” – тине бер көн улым. Ҡыҙым да ағаһының һүҙҙәрен йөпләне. Ҡаршы буламмы һуң инде? Йәшләй һөйгән, ике бала, күпме бәхет бүләк иткән кешем бит, ни тиһәң дә.
Ана шулай яңынан ҡайтты ирем ғаиләбеҙгә. “Аҡтыҡ ғүмерем һинең менән үтһә, үкенесем ҡалмаҫ”, – тине ул күҙ йәштәренә ирек биреп, беҙ өсәүләптереп янына килгәс. Хәҙер бергәләп аяҡҡа баҫырға, яраларҙы бөтәйтергә тырышып ятҡан булабыҙ. Врачтар әйткәнде теүәл генә үтәп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһәк, бәлки, аяҡҡа ла баҫып китәр әле! – тип ышаныслы тамамланы әңгәмәсем хикәйәтен. Уның менән: “Гөлнур апай кеүек ҙур йөрәкле кешеләр матурлай был тормошто”, – тигән уйҙар менән хушлаштым. Шундай мәрхәмәтле, яҡты уйҙар йөрөткән әҙәм балалары булғанда, барыһы ла яҡшы булыр, тип...
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).
Фото: https://sosud-ok.ru/
Читайте нас: