Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
8 Май 2021, 11:00

Эремсектән бөйрәктәр

Бының өсөн 200 грамм эремсек, бер йомортҡа, өс аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы йомшартҡыс, 100 грамм он кәрәк, бер семтем тоҙ, үҫемлек майы кәрәк.

Бының өсөн 200 грамм эремсек, бер йомортҡа, өс аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы йомшартҡыс, 100 грамм он кәрәк, бер семтем тоҙ, үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә эремсекте, шәкәр, йомортҡа менән әүәләйбеҙ. Йомшартҡыс, тоҙ, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Шунан ҡамырҙы дүрт өлөшкә бүләбеҙ ҙә колбаса формаһында йомарлап киҫәбеҙ.
Артабан кәстрүлгә май һалабыҙ. Майы күп кенә булһын. Бешергәндә бөйрәктәр йөҙөп йөрөргә тейеш. Өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ. Өҫтәлгә шәкәр пудраһы һибеп бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Pinterest
Читайте нас: