Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
1 Июнь 2021, 14:00

Светлана Насырова һөйөү былбылдары осора

Ошо көндәрҙә һәүәҫкәр шағирә һәм йырсы Светлана Насырованың яңы йырының премьераһы булды. Светлана был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙған һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.

Ошо көндәрҙә һәүәҫкәр шағирә һәм йырсы Светлана Насырованың яңы йырының премьераһы булды. Светлана был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙған һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.
“Һинең шиғырыңа Альфред Яҡшымбәтов йыр яҙған. Телефоныңа инеп ҡара әле?!
Халыҡ йырсыһы Светлана Хәкимованан шундай хәбәр килеп төшкәс, тәүҙә ышанманым. Кем-кем, данлыҡлы хиттар авторы миңә көй яҙһын әле!?
Инеп ҡараһам, ысынлап, бик матур көй ебәрелгән.
Тартынып ҡына Альфред ағайға шылтыратам. Ә ул, шул тиклем ихлас, ябай, итәғәтле кеше булып сыҡты! Ябайлыҡтың бөйөклөгө шулай икәненә инандым.
- Мин бит профессиональ йырсы түгел, йырығыҙҙы әрәм итһәм? - тием, сөнки ижадсыға йырҙың танылыуы мөһим - Бәлки, берәй танылған артисҡа бирәйектер?!
- Тауышың моңло, үҙең йырла! Шиғырҙарың да мәғәнәле. Мин бит һәр кемгә көй яҙмайым, тағы бер-ике шиғырыңды ебәр, йыр итербеҙ – тине”, - тип Светлана Альфред Яҡшымбәтов менән һөйләшеүен тәфсирләп яҙған.
Композитор аранжировкалаусы Илфат Шәйеховты тәҡдим иткән, Ғәлинур Юламанов тауышын яҙҙырып, йырҙан кәнфит эшләп биргән.
Альфред Яҡшымбәтов көйө, Светлана Насырова һүҙҙәре "Һөйөү былбылдарым".
Аранжировка һәм баян - Илфат Шәйехов, тауыш яҙҙырыу - Ғәлинур Юламанов.
фото: Светлана Насырова сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: