Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
2 Июнь 2021, 08:00

Ҡаймаҡта бешерелгән балыҡ

Бының өсөн ике килограмм балыҡ (хек, минтай), өс баш һуған, ике йомортҡа, 150 грамм ҡаты сыр, 400 грамм ҡаймаҡ, үҫемлек майы, он, бер бәләкәй бәйләм әнис, тоҙ, тәмләткестәр, гәрсис кәрәк.

Бының өсөн ике килограмм балыҡ (хек, минтай), өс баш һуған, ике йомортҡа, 150 грамм ҡаты сыр, 400 грамм ҡаймаҡ, үҫемлек майы, он, бер бәләкәй бәйләм әнис, тоҙ, тәмләткестәр, гәрсис кәрәк.

Әҙерләү:
Балыҡты йыуып таҙартып киҫәктәргә бүләбеҙ. Шунан балыҡты әүәләр өсөн ҡатнашма эшләйбеҙ. Онға тоҙ, тәмләткестәр ҡушып бутайбыҙ ҙа, балыҡты әүәләп формаға теҙәбеҙ. Һуғанды ваҡлап майҙа ҡыҙҙырабыҙ.

Артабан соусҡа тотонабыҙ. Ҡаймаҡҡа гәрсис, йомортҡа, туралған әнис, ҡыҙҙырылған һуған һалабыҙ ҙа, һәйбәтләп болғатып балыҡҡа ҡушабыҙ. Өҫтөнә сыр ҡырып духовканы 200 градусҡа тиклем йылытып бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: koolinar.ru
Читайте нас: