Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
4 Июнь 2021, 08:00

“Ура! Каникул башланды!”

Йырсы үҙе мәктәпте күптән тамамлаған да ул, ә бына балаларының уҡыуға йөрөүенән бер аҙ арып киткән.

Нәркәс Сиражетдинова сәхифәһендә шундай шатлыҡлы яҙма урынлаштырған. Йырсы үҙе мәктәпте күптән тамамлаған да ул, ә бына балаларының уҡыуға йөрөүенән бер аҙ арып киткән.
"Ура! Каникул! Беҙ ял итәбеҙ! Юғиһә көн һайын иртәнге сәғәт 6-ла торабыҙ, уртансы улымды 8-гә мәктәпкә оҙатам. Көн һайын дәрес әҙерләргә, костюм үтекләргә онотҡанмын тип хафаланырға кәрәкмәй. Эштән йүгереп ҡайтып, өс балаға өс төрлө аш әҙерләргә түгел. Уртансы малайым 4-се класты тамамланы".
Йырсыға һәм балаларына күңелле каникул теләйбеҙ!
Фото: Нәркәс Сиражетдинованың сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: