Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
7 Июнь 2021, 12:55

Бик ябай һәм тәмле салат

Төшкөлөккә тиҙ генә әҙерләй торған ризыҡ. Әлбиттә, бешкән әҙер итегеҙ булһа...

Бының өсөн 500 грамм ит, биш йомортҡа, өс тоҙло ҡыяр, 200 грамм бәшмәк, бер баш һуған кәрәк.
Тәүҙә итте бешереп турайбыҙ. Бәшмәк менән һуғанды майҙа әҙер булғансы ҡыҙҙырабыҙ. Йомортҡаны бешереп ваҡлайбыҙ, шунан майонез, йәшеллек менән бергә бутайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Читайте нас: