Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
22 Июнь 2021, 14:00

Сәй әҙерләп ҡалайыҡ

Күгәрсен районында йәшәгән Аҫылбикә Мәжитова дарыу үләндәре менән яҡшы таныш, сәй әҙерләү серҙәрен дә белә. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһе үтә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, “тәмле” кәңәштәргә бай. “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар менән иһә уңған хужабикә сәй әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша.

Күгәрсен районында йәшәгән Аҫылбикә Мәжитова дарыу үләндәре менән яҡшы таныш, сәй әҙерләү серҙәрен дә белә. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһе үтә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, “тәмле” кәңәштәргә бай. “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән иһә уңған хужабикә сәй әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша.
- Ферментланғанымы, әллә киптерелгән үлән сәйе файҙалыраҡмы тигән һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Өҙөп кенә уныһы, йә быныһы яҡшы тип әйтеп бумай. Үлән сәйе оҫталары әйтеүенсә шифалы үләнде киптереп ҡулланғанда, шифаһын 15-20% ғына алып була имеш. Ә ферментация һөҙөмтәһендә шифаһы күпкә арта, тиҙәр. Әлбиттә ике төрлө ҡулланыу ҙа дөрөҫ.
Киптерелгән үләнде лә, ферментланғанын да алмашлап ҡулланыу дөрөҫ булыр ине. Ғөмүмән, бер үк сәйҙе оҙаҡ эсмәй, төрләндереп тороу яҡшы. Ҡайһы бер япраҡтарҙың һуты әҙ булып насар ферментлана. Мәҫәлән, ҡыр еләге япрағы. Был осраҡта ит үткәргестән үткәреп һауа кермәгән һауытта 3-4 сәғәт тотоп алып, еләҫ ерҙә киптерһәң яҡшы. Был инде гранулланған сәй була. Ә инде ҡарағат, мәтрүшкә, кейәү үләне кеүек еҫле үҫемлектәрҙе ферментлаһағыҙ аптырамағыҙ, хуш еҫтән бер нәмә лә ҡалмаҫ. Шулай уҡ имән, муйыл, ҡурай еләген, кесерткәнде ферментларға була.
Ферментлау ысулдарын төрлөһөн ҡулланып ҡараным, миңә иң оҡшаған ысул: таҙа япраҡтарҙы йәки үләнде банкаларға тығыҙ итеп тултырам, 2-4 көн йылыла тотам (ҡояш нуры тура төшөргә тейеш түгел). Тәпәш һауытҡа бушатып йәшел көйө ҡалған япраҡтарын тағы ла ферментларға айырып һалам. Өлгөргән үҫемлекте кер йыуған кеүек әйләндереп-әйләндереп һуты сыҡҡанса тансҡайым. Ҡояш төшмәгән, еләҫ урында киптереп алам.
Үләнде киптереп әҙерләгәндә лә, уның ҡайҙа, ҡасан йыйылыуы, нисек киптереү нескәлектәре лә мөһим. Кипкән үләндә файҙаһы булһын өсөн кәрәкле миҡдарҙа дымы ла булырға тейеш. Шуға кипкәс, уны турап моҡсайҙарға йә банкаларға ябып ҡуйыу дөрөҫ. Ҡалай ҙа, үләндәр менән эш иткәндә самаһын белһәң дарыу, белмәһәң ағыу икәнен иҫтән сығармаҫ кәрәк.
Фото социаль селтәрҙәрҙән алынды.
Читайте нас: