Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
25 Июль 2021, 14:00

Нәркәс Сиражетдинованан тәмле бәлеш рецебы

“Башҡортостан” гәзите иғлан иткән “Шәп баҡсасы” конкурсын ҡыҙыҡһынып ҡарайым, үҙемдең танышым өсөн тауыш та бирҙем. Конкурста ҡатнашырға баҙнат итмәнем. Әммә...

Нәркәс Сиражетдинованан тәмле бәлеш рецебы
Нәркәс Сиражетдинованан тәмле бәлеш рецебы

- “Башҡортостан” гәзите иғлан иткән “Шәп баҡсасы” конкурсын ҡыҙыҡһынып ҡарайым, үҙемдең танышым өсөн тауыш та бирҙем. Конкурста ҡатнашырға баҙнат итмәнем. Әммә был тема миңә бик яҡын. Баҡса эштәрен яратам, үҙемдең ихатамда төрлө емеш-еләк, йәшелсә, сәскәләр үҫтерәм. Әле уңыш йыйып, уны эшкәртәбеҙ. Ҡайнатмалар, компоттар эшләйбеҙ. Ғаиләбеҙ яратып ашаған бәлеш рецебын тәҡдим итәм. Бөтәгеҙгә лә хуш килер тип уйлайым, – ти билдәле йырсы Нәркәс Сиражетдинова.

- Ҡамыр өсөн бер ҡап “Пышка” йәки “Хозяюшка” маргаринына 1 йомортҡа, 0,5 стакан шәкәр, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 300 грамм самаһы он (ҡамыр күпме ала) кәрәк була. Майҙы турап йәки ҡырғыс аша үткәреп, он ҡушабыҙ, йомортҡа менән шәкәрҙе айырым туҡыйбыҙ. Һуңынан ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Эслекте әҙерләгәнсе, ҡамырҙы һыуытҡысҡа ҡуйып торам.

Эслек өсөн бер стакан ҡаймаҡ, ике йомортҡа, 0,5 стакан шәкәр, ике аш ҡалағы крахмал, тәмләткестәр яратһағыҙ, ванилин ҡушырға була. Шәкәр эрегәнсе болғатырға кәрәк.

Мейес йылынғансы ҡамырҙы тигеҙ итеп йәйәбеҙ, уның ситен саҡ ҡына күтәреп ҡуйығыҙ. Эслек ағып сығырлыҡ булмаһын. Килеп сыҡҡан кәрзингә йәнегеҙ теләгән емеш-еләкте һалырға кәрәк. Ҡурай еләге, сейә, ҡарағат менән бик тәмле килеп сыға. Еләктең өҫтөнә әҙер эслекте ҡоябыҙ. Бәлеш 30–40 минутта бешеп сыға. Ул арала мәтрүшкәләп сәй бешереп ҡуйығыҙ.

Ялығыҙ йәмле үтһен, аштарығыҙ тәмле булһын! 

 

Фотолар Н. Сиражетдинованың шәхси архивынан. 

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: