Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
11 Август 2021, 19:00

Муйыл тортын ауыҙ итәйек!

Билдәле йырсы Нәркәс Сиражетдинова социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы һәм һирәк осраған рецептар менән йыш бүлешеп тора. Был юлы йырсы муйыл торты әҙерләргә өйрәтә.

Муйыл тортын ауыҙ итәйек!
Муйыл тортын ауыҙ итәйек!

Билдәле йырсы Нәркәс Сиражетдинова социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы һәм һирәк осраған рецептар менән йыш бүлешеп тора. Был юлы йырсы муйыл тортының рецептын ҡуйған.

 

- Был торттың тәме бала саҡты хәтерләтә. Биҙрәләп йыя инек муйылды. Быйыл да беҙ бала саҡтағы ише муйыл емерелеп уңды. Тыуған ауылыма ҡайтҡанда күп итеп йыйып алып ҡайттым. Муйылды ит турағыс аша ике тапҡыр үткәрҙем дә, шәкәр менән болғап банкаларға тултырҙым. Әлеге тортты ауылда байрамдарға йыш бешерәләр ине. Тик бәләкәй саҡта муйыл төшө тешкә эләккәнен яратмай инем. Әммә йылдар үтеү менән ошо тәм һағындыра. Шуға әлеге тортты бешереп ҡарарға булдым, - ти ул. 

 

Ҡамыр өсөн: 1,5 стакан ит турағыс аша үткәрелгән муйылға 1 стакан ҡайнаған һөт һалып бутайбыҙ ҙа, ситкә алып ҡуябыҙ. Һөт һыуынғас ошо массаға ике йомртҡа, бер бал ҡалағы сода, 100 грамм аҡ май, 1 стакан он кәрәк була. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ кеүек килеп сығасаҡ. Уны табаға һалып, 200 градусҡаса йылытылған мейестә 10 – 15 градуста бешереп алабыҙ.

 

Кремды ла эшләүе еңел генә: 200 грамм шәкәр пудраһына 100 миллилитр ҡайнар һөт ҡушып болғатабыҙ. Яйлап ҡына ошо массаға ярты бал ҡалаҡ ванилин ҡушабыҙ ҙа, май менән бергә күперткәнсе болғайбыҙ. Был крем форманы һәйбәт тота.

 

Мейестән сыҡҡан кекс һыуынғас, уны крем менән биҙәйбеҙ ҙә, төнгөлөккә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.

 

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: