Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
14 Сентябрь 2021, 13:30

Ҡышҡа тиклем помидорҙы нисек һаҡларға?

Әлеге ысулды ҡулланғанда Яңы йыл табынында үҙең үҫтергән помидорҙан салат яһап ашарға була.

Ҡышҡа тиклем помидорҙы нисек һаҡларға?
Ҡышҡа тиклем помидорҙы нисек һаҡларға?

Яңы йылда үҙ баҡсамда үҫкән помидорҙар менән һыйланырға ниәтләп, түбәндәге ысул менән помидорҙарҙы яптым әле.

Рецепт авторҙары вәғәҙәләүенсә, бындай ысул менән был йәшелсәне ҡыш уртаһына тиклем һаҡларға була икән. Артыҡ бешмәгән, һарғылт помидорҙарҙы йыумайбыҙ, бары тик ныҡлап һөртөп, стерилләнгән ҡоро банкаларға тултырабыҙ һәм таҙа тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ.

Алдан стерилләнгән банка төбөнә ике – өс ҡалаҡ гәрсис онтағы һалабыҙ.

Шуныһы мөһим: помидор өҫтөнә бер ниндәй ҙә шыйыҡса һалмайбыҙ, гәрсисте лә тик төбөнә генә һалып ҡалдырабыҙ, банкалар мотлаҡ ҡоро булырға тейеш. Помидорҙарҙың өҙөлгән ере өҫкә ҡарап тороруы ла мөһим.

Бына ошо ябай ғына ысул менән һаҡлап, ҡыш көндәрендә үҙең үҫтергән йәшелсә менән һыйланырға була икән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: