ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
1 Октябрь 2021, 07:55

Их, телеңде йоторлоҡ!

Яҡындарығыҙға ниндәй тәмлекәстәр әҙерләнегеҙ? Тултырылған баклажан бешереп ҡарағыҙ әле. 

Их, телеңде йоторлоҡ!Их, телеңде йоторлоҡ!
Их, телеңде йоторлоҡ!

Бының өсөн ике баклажан, бер ҡалаҡ бешкән тары ярмаһы, ике баш һуған, ике тырнаҡ һарымһаҡ, дүрт бәйләм петрушка, ике помидор, бер аш ҡалағы куркума, кинза тәмләткестәре, бер сәй ҡалағы борос, тоҙ, зәйтүн майы кәрәк.

Әҙерләү.
Тәүҙә духовканы 200 градусҡа тиклем йылытабыҙ. Формаға пергамент ҡағыҙы йәйәбеҙ. Баклажанды уртаға киҫәбеҙ. Ҡырҡылған яғын аҫта ҡалдырып 25-30 минут тирәһе бешерәбеҙ ҙә, тирә-яғында әҙерәк ҡалдырып, эсендәге йомшағын ҡырып алабыҙ.

Шунан табала туралған һуған менән һарымһаҡты ҡыҙҙырабыҙ. Уға баклажандың йомшаҡ эслеген һалабыҙ, тоҙ, борос өҫтәп биш минут быҡтырабыҙ. Тәмләткестәр һәм һыу өҫтәп тағы ла ҡыҙҙырабыҙ. Петрушка өҫтәйбеҙ ҙә уттан алабыҙ.

Тары, ваҡланған һуған, помидор һалып, тоҙлап, борослап, ңҫемлек майы өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан эслек менән баклажанды тултырабыҙ. 180 градуста 15-20 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: sitereceptov.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас