ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
24 Октябрь 2021, 07:00

"Негреса" бешереп ҡарағыҙ

Ял көндәрендә яҡындарҙы берәй тәмлекәс менән ҡыуандырғы килә. Бына яңы рецепт!

"Негреса" бешереп ҡарағыҙ"Негреса" бешереп ҡарағыҙ
"Негреса" бешереп ҡарағыҙ

Бының өсөн 300 миллилитр минераль һыу, 150 грамм шәкәр, 150 миллилитр үҫемлек майы, алты аш ҡалағы повидло, биш аш ҡалағы джем, дүрт аш ҡалағы какао порошогы, бер ҡап йомшартҡыс, 300 грамм он, 50 грамм йөҙөм, 100 грамм ваҡланған сәтләүек, 50 грамм кокос онтағы, биш грамм ванилин, бер лимондың һуты кәрәк.

Әҙерләү:
Һауытта һыуға шәкәр, үҫемлек майы ҡойоп бутайбыҙ. Онға какао, йомшартҡыс һалабыҙ ҙа икеһен бергә ҡушып, төйөрө бөткәнсе һәйбәтләп туғыйбыҙ. Шунан повидло, джем, йөҙөм өҫтәп тағы ла ике-өс минут болғатабыҙ.

Аҙаҡтан кокос онтағы, лимон һуты, ваҡланған сәтләүек һалабыҙ. Формаға ҡағыҙ йәйеп, уны майлап, ҡамырҙы ҡоябыҙ.

Мейесте 180 градусҡа тоҡандырып, 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас, шәкәр пудраһы йәки шоколад һибәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Pinterest

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас