Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
9 Декабрь 2021, 13:15

Яңы йыл өҫтәленә таяҡсаларҙа ризыҡ

Байрам өҫтәлен матур итеп биҙәргә тырышабыҙ. Хәҙер бының өсөн мөмкинлектәр күп. Бына береһен ҡарап, декабрь аҙағына һаҡлап ҡуйығыҙ!

Яңы йыл өҫтәленә таяҡсаларҙа ризыҡ
Яңы йыл өҫтәленә таяҡсаларҙа ризыҡ
  1. Иң ябай вариант: сыр, зәйтүн емеше, колбаса.
  2. Зәйтүн емеше һәм бер нисә сыр төрҙәре (ҡаты, һары һәм брынза).
  3. Ыҫланған колбаса. Киҫелгән әҙер колбасаны йәки йоҡа итеп турарға ла, башына тышы менән бешерелгән картуф ҡуйырға мөмкин.
  4. Балыҡ менән канапе әҙерләргә: тәүҙә йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлап турап, аҡ май менән бутайбыҙ. Ҡырҡылған икмәкте әҙер ҡатнашма менән буяйбыҙ. Өҫтөнә сельд киҫәге, артабан лимон һәм һуған һалабыҙ.
  1. Бекон һәм ҡара слива: йоҡа итеп киҫелгән бекон, ҡыҙҙырылған ҡара слива.
  1. Сырҙа ветчина.

Бында ризыҡтар бик ябай. Матур итеп биҙәргә генә кәрәк. Ветчинаны нәҙек, оҙонлайына киҫәбеҙ, сырҙы бер нисә мәртәбә уратыр өсөн.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: fi.pinterest.com

 

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: