Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
21 Декабрь 2021, 12:50

“Баҡсалағы кәзә” салаты

Байрам етә, салат рецептарын барлай башларға кәрәк. Эйеме, хужабикәләр?

“Баҡсалағы кәзә” салаты
“Баҡсалағы кәзә” салаты

"Баҡсалағы кәзә" салаты өсөн бешкән ит, картуф, сей кишер, сей сөгөлдөр, йәшел ҡыяр, консерваланған борсаҡ, майонез кәрәк.

Әҙерләү: тәүҙә картуфты ҡырғыста ҡырып, һәйбәтләп йыуып киптерәбеҙ. Шунан үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер картуфты майы һеңһен өсөн салфеткаға һалабыҙ. Кишерҙе лә, сөгөлдөрҙө лә махсус кари кишере үткәрә торған ҡырғыста ҡырабыҙ. Ит менән ҡыярҙы оҙонсалап киҫәбеҙ.

Артабан йәйенке тәрилкәгә һәр бер ингредиентты һалабыҙ. Уртаға майонез ҡуябыҙ. Ашар алдынан болғатып алырға.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: