Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
22 Декабрь 2021, 13:00

Их, баллы бәлеш!..

Байрамға ниндәй бәлеш бешерергә? Ит-картуфлы, кәбеҫтәле, тиерһегеҙ. Ә баллы бәлеш рецептын беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ, ҡарап алығыҙ.

Их, баллы бәлеш!..
Их, баллы бәлеш!..

Бының өсөн 120-150 грамм кефир йәки ряженка, 100 грамм аҡ май, 100 грамм шәкәр, ике йомортҡа, 300 грамм он, ике аш ҡалағы бал, бер сәй ҡалағы сода, ике-өс алма, үҫемлек майы кәрәк.

Әҙерләү: тәүҙә йомортҡаны шәкәр, аҡ май менән бергә әүәләйбеҙ. Кефир ҡушып, сода өҫтәйбеҙ ҙә, һәйбәтләп бутап, 10-15 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан шыйыҡ бал, иләнгән он һалабыҙ ҙа яҡшылап туғыйбыҙ. Алманы йыуып турап, ҡамыр ҡатнашмаһына ҡушабыҙ. Артабан форманы майлап, ҡамырҙы ҡойоп 180 градуста 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: