Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
28 Декабрь 2021, 13:30

Ябыҡтыра торған тәмле аш

Ҡатын-ҡыҙҙың Яңы йыл байрамында һылыу, һомғол булғыһы килә. Ҡайһы берәүҙәр артыҡ ауырлыҡтан да ҡотолорға хыяллана...

Ябыҡтыра торған тәмле аш
Ябыҡтыра торған тәмле аш

Бының өсөн 50 грамм һуған, 50 грамм кишер, бер литр һыу, 200 грамм картуф, 150 грамм тауыҡ ите, 100 грамм иретелгән сыр, 90 грамм консерваланған кукуруза, тоҙ, борос, ярты сәй ҡалағы куркума, йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Әҙерләү: башта кәстрүлгә һыу ҡойоп йылытырға ҡуябыҙ. Һуғанды ваҡлап турап, кишерҙе ҡырып, талғын ғына утта быҡтырабыҙ. Тауыҡ итен, картуфты турап тоҙло һыуға һалабыҙ. 10 минуттан һуған менән кишер өҫтәп бешерәбеҙ. Иретелгән сырҙы ваҡлап турап ашҡа өҫтәйбеҙ. Тоҙлап, борослайбыҙ.

Аш әҙер булғас тәрилкәгә һалып, кукуруз, йәшеллек өҫтәйбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: m.povar.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: