Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
12 Ғинуар 2022, 13:00

Эремсектән запеканка

Оноғоҙ ҙа, манный ярмағыҙ ҙа булмаһа...

Эремсектән запеканка
Эремсектән запеканка

Онһоҙ һәм манный ярмаһыҙ запеканка бешерер өсөн ярты килограмм эремсек, дүрт йомортҡа, ете аш ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, ике аш ҡалағы крахмал, ванилин, йөҙөм кәрәк.

Әҙерләү: башта эремсеккә шәкәр, ҡаймаҡ, крахмал, ванилин ҡушып болғатабыҙ. Йомортҡаның ағын айырым туғып, эремсек ҡатнашмаһына ҡушабыҙ. Йөҙөм һәм башҡа емеш-еләк һалырға ла мөмкин. Форманы аҡ май менән майлап, ҡамырҙы ҡоябыҙ. 180-200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: