ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
15 Ғинуар 2022, 04:00

Тиҙ генә ҡапҡылар өсөн ризыҡ

Иртә менән йәһәт әҙерләнгән ябай ғына ризыҡ тәҡдим итәбеҙ.

Тиҙ генә ҡапҡылар өсөн ризыҡТиҙ генә ҡапҡылар өсөн ризыҡ
Тиҙ генә ҡапҡылар өсөн ризыҡ

Бының өсөн дүрт йомортҡа, 150 грамм колбаса йә ветчина, ике-өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, гәрсис, салат япрағы кәрәк.

Әҙерләү: салат япрағын йыуып киптерәбеҙ. Артабан ҡаймаҡ менән гәрсисте болғатып соус яһайбыҙ. Колбаса йә ветчинаны нәҙек итеп киҫеп, соус буяйбыҙ. Өҫтөнә салат япрағы һәм ярты йомортҡа һалып теш таҙалағыс таяҡсаһы менән беркетәбеҙ.

Ризығыбыҙ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас