Бының өсөн бер литр һыу, 200 грамм ҡаймаҡ, өс йомортҡа, өймәйенсә бер сәй ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы туралған әнис кәрәк.
Әҙерләү: тәүҙә әнисте йыуып, һабаҡтарынан айырып, ваҡлап турайбыҙ. Йомортҡа менән ҡаймаҡты бутайбыҙ ҙа һәйбәтләп туғыйбыҙ. Һөт ҡайнағас, тоҙ һалып, ҡаймаҡ ҡатнашмаһын өҫтәп, ҡайнап сыҡҡас, талғын ғына утта тағы ла биш минут тирәһе ҡайнатабыҙ.
Шунан уттан алып, ете-ун минут тирәһе торғас, әнис өҫтәйбеҙ. Тағы ла 10 минут тирәһе һыуытабыҙ. Артабан марляны бер нисә ҡатлап һөҙәбеҙ ҙә, һыуы һарҡып бөткәнсе ҡалдырабыҙ. Шунан тәрән һауытҡа һалып, өҫтөнә ауыр әйбер ҡуябыҙ. 4-5 сәғәткә һалҡын урынға урынлаштырабыҙ. Биш сәғәт үткәс, марлянан алабыҙ. Сыр әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: be1issimo.ru