Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
29 Ғинуар 2022, 10:00

Иртән эсһәң, ябыҡтыра ти!

Бының өсөн түбәндәге продукттар һәм... һыуытҡыс ҡына кәрәк.

Иртән эсһәң, ябыҡтыра ти!
Иртән эсһәң, ябыҡтыра ти!

Бының өсөн ике аш ҡалағы һоло ярмаһы (овсянка), 300 грамм йогурт, өс ҡара слива, 1/3 сәй ҡалағы какао порошогы, бер сәй ҡалағы етен орлоғо.

Әҙерләү: быны кистән әҙерләргә кәрәк. 100 грамм һыуға ҡара сливаны һалып 10 минут тирәһе ебетәбеҙ. Һоло ярмаһына, етен орлоҡтарына, какаоға йогурт ҡоябыҙ. Шунан ҡара сливаның һыуын түгеп, ваҡлап турайбыҙ ҙа әҙер ҡатнашмаға ҡушабыҙ. Ҡапҡас ябып, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Бына эсемлегебеҙ әҙер. Һыуытҡыстан ярты сәғәт иртәрәк алып ҡуйып, эсергә мөмкин.

Фото: ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: