Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
27 Февраль 2022, 11:00

Хужабикәләргә бер нисә кәңәш

Һәр нәмәнең үҙ рәт-сираты булған һымаҡ кер йыуыуҙың да үҙенсәлектәре етәһе. Автомат машинаға порошок йә һабын һалып төймәгә баҫыу ғына аҙ. Түбәндәге 12 ҡағиҙәне белеү бер хужабикәгә лә артыҡ булмаҫ.

Хужабикәләргә бер нисә кәңәш
Хужабикәләргә бер нисә кәңәш

Һәр нәмәнең үҙ рәт-сираты булған һымаҡ кер йыуыуҙың да үҙенсәлектәре етәһе. Автомат машинаға порошок йә һабын һалып төймәгә баҫыу ғына аҙ. Түбәндәге 12 ҡағиҙәне белеү бер хужабикәгә лә артыҡ булмаҫ.

1. Кер йыуыу машинаһын даими таҙартып тороу мөһим. Һәр ҡулланғандан һуң порошок һалыу һауытын, ишеген, резина араһын йыуырға онотмаҫҡа кәрәк. Аҫҡы яғында урынлашҡан фильтрын өс айға бер тапҡыр таҙартып тороу мотлаҡ. Шулай уҡ йылына бер тапҡыр ярты литр һеркә ҡойоп эҫе циклда буш көйө өйөрөлтөп алыу ҙа машинаның оҙағыраҡ хеҙмәт итеүенә булышлыҡ итер. Былай итеү эске яҡҡа ултырған ҡом-таштан ҡотолоу өсөн кәрәк.

2. Бер юлы күп әйбер йыумаҫҡа. Артыҡ көсөргәнеп эшләүҙән техниканың подшипниктары эшлектән сығыуы бар.

3.Таҫтамалдарҙы йыуғанда кондиционер ҡулланмаҫҡа. Был таҙартыу сараһы дымды һеңдереү һәләтен кәметә, шунлыҡтан таҫтамал кеүек әйберҙәр өсөн ул бармай.

4. Нәскиҙәрҙе айырым сеткаға һалып йә булмаһа бөтөнләй үҙҙәрен генә йыуҙырыу отошло.

5. Мендәр һәм одеялдарҙы ике тапҡыр йыуҙырырға кәрәк. Беренсеһендә порошок һалып, икенсеһендә сайҙырыу режимы менән. Шулай иткәндә порошок яҡшылап йыуылып бөтә, еҫе лә ныҡ аңҡып тормай.

6. Плавки, купальник, лосины кеүек спандекстан һәм эластандан тегелгән кейем машинала йыуҙырғанда һуҙылып бөтөүсән. Ундай материалдан булған әйберҙәрҙе ҡул менән йыуырға кәрәк.

7. Хлорканы күп ҡулланмағыҙ. Ул тауарҙы боҙа.

8. Кейемдәге төймә һәм кнопкаларҙы ысҡындырып һалырға кәрәк, ни өсөн тигәндә, күп әйләнеүҙән уларҙың өҙөлөп төшөүе ихтимал.

9. Ә бына салбарҙың молнияһын элергә кәрәк була. Шулай итмәгәндә тимер осо менән башҡа кейем-һалымды эләктерә, быялаға һуғыла.

10. Порошокты күп һалып йыуыу кәрәкмәй. Ул күп булғанда ныҡ күбекләнеп, кейемдәргә аҡ тап йә һыҙат булып ултыра.

11. Кейемдәге таптарҙы ышҡырға ярамай - тишелеүе, туҙыуы ихтимал. Бысраҡты сығарыусы сара ҡулланғанда, уны аҡ сепрәккә манып, ипләп кенә таплы урынға һөртөгөҙ.

12. Йыуылаһы керҙәрҙе дөрөҫ айырып һалыу машина өсөн дә, кейем-һалым өсөн дә мөһим. Төҫлө кейем менән аҡтарын бергә һалырға ярамағанды һәр хужабикә яҡшы белә. Шулай уҡ йөн туҡыма менән башҡа төрлөһөн дә ҡушмайбыҙ. Таҫтамалдарҙы синтетик әйберҙәр менән бергә йыумайбыҙ. Флис кейемдәрҙе лә үҙҙәрен генә айырым йыуҙырырға кәрәк.

Фото: severdv.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: