Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
1 Март 2022, 13:00

Әйҙә, кекс бешерәйек!

Әҙерләүе ҡатмарлы булмаған ризыҡ - сәй табынына бик тәмле тәм-том.

Әйҙә, кекс бешерәйек!
Әйҙә, кекс бешерәйек!

Бының өсөн дүрт йомортҡа, бер стакан шәкәр, 100 грамм иретелгән аҡ май, биш аш ҡалағы ҡаймаҡ, ике стакан он, бер ҡап ванилинле шәкәр, ике аш ҡалағы йомшартҡыс кәрәк.

Әҙерләү: шәкәр, йомортҡа, ванилинле шәкәрҙе бергә ыуабыҙ, унан май менән ҡаймаҡты ҡушабыҙ. Һәйбәтләп туғыйбыҙ. Хәҙер инде сират он менән йомшартҡысҡа етте. Артабан туғыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Уны миксер менән дә эшләргә мөмкин.

Кекс өсөн махсус форманың 2/3 өлөшөн тултырып, 200-210 градуслы мейестә 20-30 минут бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: mykaleidoscope.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: