Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
21 Май 2022, 13:00

Картуфтан шариктар бешерәйек

Бик "әппетитле" күренәләр. Бешереп ҡарайбыҙмы?"

Картуфтан шариктар бешерәйек
Картуфтан шариктар бешерәйек

Бының өсөн бер килограмм картуф, әҙерәк йәшел һуған, һарымһаҡ, үҫемлек майы, тоҙ, борос, бер-ике йомортҡа, 100 грамм крекер печеньеһы, 50 грамм сыр, паприка, хмели-сунели тәмләткестәре, он кәрәк.

Әҙерләү: тәүҙә картуфты тоҙло һыуҙа бешереп, иҙәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турап, майҙа ҡыҙҙырабыҙ ҙа, уға туралған йәшел һуған өҫтәйбеҙ. Быларҙы иҙелгән картуфҡа һалабыҙ ҙа, аҡ май, борос өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ. Шунан печеньены ваҡлап, уға ҡырылған сыр, тәмләткестәр, тоҙ, борос ҡушып бергә болғатабыҙ.

Айырым һауытҡа йомортҡаны һытып туғыйбыҙ. Артабан картуфтан шариктар йомарлап,башта туғылған йомортҡаға, шунан печенье ҡатнашмаһына манып, формаға теҙәбеҙ.

Духовканы 200-220 градусҡа тиклем йылытып, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә салат япрағына һалып бирергә мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас в