Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
22 Май 2022, 13:15

“Генерал” салаты

Бик тәмле салат тәҡдим итмәксебеҙ...

“Генерал” салаты
“Генерал” салаты

Бының өсөн 200 грамм бешкән ит, дүрт йомортҡа, бешкән кишер менән сөгөлдөр, 100 грамм сыр, ике тырнаҡ һарымһаҡ, майонез кәрәк.

Әҙерләү:

Итте турайбыҙ ҙа, ваҡланған һарымһаҡ, әҙерәк майонез һалып бутайбыҙ. Ҡалған ингредиенттарҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ҡатлап һалабыҙ ҙа, араһына майонез һөртәбеҙ.

Сыр, йомортҡа, кишер, сөгөлдөр. Өҫтөн йәшеллек менән биҙәп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото:Ok,ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: