Бының өсөн: йомортҡаның өс һарыһы, өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, 50 грамм аҡ май, өс-дүрт аш ҡалағы шәкәр, йылы һөт, бер сәй ҡалағы өйөп ҡоро сүпрә, бер пакет ванилин, тоҙ, он, йөҙөм кәрәк.
Әҙерләү:бөтә ризыҡтарҙа бүлмә температураһында булырға тейеш. Тәүҙә сүпрәне йылы һөттә ебетәбеҙ. Майҙы ыуып күпертергә лә бер йомортҡаның һарыһын, бер аш ҡалағы шәкәр, тоҙ, ҡаймаҡ, ванилин, сөпрәле һөт, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ һәм бер сәғәткә йылыға ҡуябыҙ.
Ҡамырҙан ун керәндил яһайбыҙ ҙа формаға теҙәбеҙ. Духовканы 180-200 градусҡа тиклем йылытып, 15 минут тирәһе ҡабартабыҙ. Унан өҫтөнә йомортҡа һарыһын буяйбыҙ ҙа шәкәр һибеп бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Ok.ru