Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
4 Июнь 2022, 13:00

Ирәүәндән бәлеш бешерҙеңме әле?

Витаминдарға бай был үҫемлектән телде йоторлоҡ тәмлекәс килеп сыға

pixabay.com
Фото:pixabay.com

Күптәр үҙ баҡсаһында үҫкән, ат ҡолағына оҡшап торған ирәүәнгә (ревень)  иғтибар ҙа итмәйҙер әле.

Белгестәр фекеренсә ул витаминдарға бик бай, составында А ,С ,В, К, РР витаминдары күп. Шулай уҡ органик кислоталар, кальций, селен, цинк, магний, тимер, фосфор ҙа бар. Иммунитеты түбән кешеләргә ашау бигерәк тә файҙалы, шулай уҡ үтте ҡыуҙыра, микробтарға ҡаршы көрәшә һ.б.

Ирәүәнде төрлө салаттарға, йәшел аштарға, щиға ҡушып ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ унан бешерелгән бәлеш тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Эслек өсөн был үҫемлектең һабаҡтары менән бергә япраҡтарын да берҙәй ҡулланалар. Тәме буйынса әскелтем, ҡуҙғалаҡты хәтерләтә. Сөсө йәки әсетке менән ҡамыр баҫып, ирәүәндән эслек әҙерләйбеҙ. Бының өсөн һабағы менән япраҡтарын турайбыҙ һәм тәменсә шәкәр ҡомо, бер-ике аш ҡалағы ҡаймаҡ өҫтәп, яҡшылап бутайбыҙ. Һөҙөмтәлә бына тигән эслек әҙер. Матур итеп бәлеш яһап, ҡыҙған мейестә бешереп алырға кәрәк. Ирәүән бәлешен һыуынғасыраҡ, һуты һеңгәс киҫергә кәңәш ителә. 

Аштарығыҙ тәмле, кәйефегеҙ шәп булһын!

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: