Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
4 Июль 2022, 11:00

Ә һеҙҙең бесәйегеҙ йыуынырға яратамы?

Бергә йәшәй-йәшәй улар ҙа яҡын йән эйәһенә әйләнеп китә шул... 

Ә һеҙҙең бесәйегеҙ йыуынырға яратамы?
Ә һеҙҙең бесәйегеҙ йыуынырға яратамы?

“Һеҙҙең бесәйегеҙ һыу яратамы? Беҙҙең Батырбәк йыуыныуҙы бик үҙһенмәй, әлбиттә. Cаңда аунап ятырға ярата былай. Cаңлы көйө өйгә инеп, диванға ятырға ла аптырамай. Шуға уны атайыбыҙ йыш ҡына йыуындырып тора, ҡыш мунсаға йөрөтә. Шулай ҡәҙерле егет ул Батырбәк, әйтерһең дә, бәләкәй улыбыҙ. Ауыл тормошо шулай ябай ҙа, күңелле лә. Ауыл кешеһенең бер минут та ялға ваҡыты ҡалмаһа ла, һәр нәмәнән йәм табып йәшәй белә”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә төркөмөбөҙҙөң дуҫы Гөлшат Алғушаева.  

Ә һеҙ бесәйегеҙҙе, этегеҙҙе йыуындыраһығыҙмы? Улар был шөғөлдө яратамы?

Фото: oir.mobi

Сығанаҡ: vk.com/id232577914

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: