Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
4 Июль 2022, 13:00

Тәмле сәтләүектәр бешерәйек

Табынға бирергә туҡлыҡлы ла тәм-том был.

Бының өсөн бер стакан шәкәр, ике йомортҡаның һарыһы, бер ағы, бер аш ҡалағы бал, өс аш ҡалағы үҫемлек майы, бер сәй ҡалағы сода, ике стакан ярым он кәрәк.

Крем өсөн: бер йомортҡаның ағы, өс аш ҡалағы шәкәр.

Әҙерләү: бер йомортҡаның ағын айырып алып, шәкәр менән бергә туғып крем эшләйбеҙ. Ҡалған йомортҡаға бал, шәкәр, кефир, үҫемлек майы ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ, уға он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Кефирға сода һалабыҙ. Әҙер ҡамырҙы йәйеп, стакан менән киҫәбеҙ.

Духовканы 180-200 градусҡа тиклем йылытып, 25 минут бешерәбеҙ. Шунан перәниктәрҙе алып, крем буяйбыҙ ҙа тағы ла 10 минутҡа мейескә ҡуябыҙ. Әҙер ризыҡты өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Ok.ru

Тәмле сәтләүектәр бешерәйек
Тәмле сәтләүектәр бешерәйек
Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: