Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
18 Июль 2022, 09:00

Сөгөлдөрҙән икра

Баҡсала уңыш өлгөрөп килә. Бына сөгөлдөрҙө һаҡлар өсөн алдан рецепт тәҡдим итәбеҙ. Һаҡлап ҡуйығыҙ!

Сөгөлдөрҙән икра
Сөгөлдөрҙән икра

Бының өсөн беҙгә ике килограмм сөгөлдөр, бер килограмм кишер, бер килограмм һуған, 800 грамм помидор, бер әсе борос, 9 процентлы 80 миллилитр һеркә, бер аш ҡалағы тоҙ өйөп, 250-300 миллилитр үҫемлек майы, бер баш һарымһаҡ, тәмләткестәр - еҫле борос, әнис орлоғо, лавр япрағы кәрәк.

Әҙерләү: ҡырылған кишер менән һуғанды үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, өҫтәп ҡыҙҙырабыҙ һәм ҡырылған сөгөлдөр, тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр, һеркә ҡушып сәғәт ярым быҡтырабыҙ. Иң аҙаҡтан туралған һарымһаҡ һалабыҙ.

Ҡайнап торған ҡатнашманы стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас ябып, һыуынғансы баш түбән әйләндереп ҡуябыҙ. Бик тәмле икра килеп сығасаҡ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ogorodnye-shpargalki.ru

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: