Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
17 Август 2022, 18:45

Ҡышҡылыҡҡа "Солянка" әҙерләйек

Һыуыҡтарҙа әскелтем генә ризыҡ ашағы килә бит ул!

Ҡышҡылыҡҡа "Солянка" әҙерләйек
Ҡышҡылыҡҡа "Солянка" әҙерләйек

Кәбеҫтәне, помидорҙы, һуғанды ваҡ итеп турайбыз. Һуғанды - ярым түңәрәк итеп. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Йәшелсәләр әҙер булғас, ҡатнашманы ҙур кәстрүлгә һалабыҙ. Уға ярты килограмм үҫемлек майы, ике аш ҡалағы тоҙ, 11 аш ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы һеркә, 11 бөртөк ҡара борос һәм биш лавр япрағы һалып утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң бер сәғәт ҡайнатабыҙ һәм банкаларға тултырып, ҡапҡас менән ябабыҙ. Һыуынғансы ҡалын әйбер аҫтына ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: vosadu-li-vogorode.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: