Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
5 Сентябрь 2022, 17:45

Һуған ҡабығында һәм сәйҙә телеңде йоторлоҡ балыҡ әҙерләйек!

Һуған ҡабығын ташламағыҙ. Тәмле ризыҡ әҙерләгәндә кәрәк була. 

Һуған ҡабығында һәм сәйҙә телеңде йоторлоҡ балыҡ әҙерләйек!
Һуған ҡабығында һәм сәйҙә телеңде йоторлоҡ балыҡ әҙерләйек!

Скумбрияның башын, ҡойроғон киҫеп, эсен таҙалап һәйбәтләп йыуабыҙ. Дүрт балыҡҡа тоҙлоҡ яһайбыҙ. Бының өсөн бер литр һыуға өс аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, ике өймәләм аш ҡалағы һуған ҡабығы, ике аш ҡалағы ҡоро сәй кәрәк.

Әҙерләү: булған ингредиенттарҙы ҡушып ҡайнатабыҙ. Һыуығас, балыҡтың өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа өс көнгә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Өс көндән ризығыбыҙ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: attuale.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: