Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
30 Сентябрь 2022, 12:00

Ҡабағығыҙ уңдымы? Икра әҙерләйек!

Бының өсөн өлгөргән, ята биргән ҡабаҡтар ярай.

Ҡабағығыҙ уңдымы? Икра әҙерләйек!
Ҡабағығыҙ уңдымы? Икра әҙерләйек!

Бының өсөн өс килограмм таҙартылған ҡабаҡ, ярты килограмм һуған, 250 грамм томат пастаһы, 250 грамм үҫемлек майы, өс аш ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы тоҙ, биш аш ҡалағы 9 процентлы һеркә, ярты балғалаҡ ҡара борос, ике лавр япрағы кәрәк.

Әҙерләү:

Икраны йәш ҡабаҡтарҙан яһамайҙар. Ҡаты тышын әрсейбеҙ. Һуғанды таҙартып, икеһен дә ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Үҫемлек майы, томат пастаһы ҡушып, ҡайнап сыҡҡандан һуң бер сәғәт ҡайнатабыҙ. Төбө янмаһын өсөн болғатып торабыҙ. Шунан тоҙ, шәкәр, ҡара борос, лавр япрағы, һеркә өҫтәп, тағы ла бер сәғәт ҡайнатабыҙ. Икранан лавр япрағын алып, эҫе көйөнсә стирелләнгән банкаларға тултырабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: domstrousam.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: