ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
5 Ноябрь 2022, 08:00

Кишер менән апельсиндан салат

Бик тәмле салат тәҡдим итәбеҙ

Кишер менән апельсиндан салатКишер менән апельсиндан салат
Кишер менән апельсиндан салат

Бының өсөн ике кишер, ике апельсин, бер аш ҡалағы әлиф майы, ике аш ҡалағы лимон һуты, бер семтем шәкәр, ике аш ҡалағы ҡыҙҙырылған әстерхан сәтләүеге, ҡара борос, тоҙ кәрәк.

 

Әҙерләү:

Кишерҙе йыуып таҙартып эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Апельсинды әрсеп, таҙартып турайбыҙ. Сәтләүекте ваҡлайбыҙ. Бөтәһен бер һауытҡа һалабыҙ. Соус эшләйбеҙ. Майҙы, һутты, тоҙ, борос, шәкәрҙе бутайбыҙ ҙа йәшелсәләргә һалып һәйбәтләп болғатабыҙ. Салатыбыҙ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото: k-praktikum.livejournal.com

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас