

Пластик тәҙрәләр өс төрлө режимға көйләнә: ҡышҡы, йәйге һәм нейтраль. Быны, оҫтаны саҡыртмайынса, үҙаллы ла эшләргә мөмкин.
1. Инструменттар әҙерләгеҙ (алты ҡырлы асҡыс, пассатиж, отвертка).
2. Тәҙрә ҡапҡастарының цапфаларын (ҡалҡып торған урынын) табығыҙ. Тәҙрәне асҡас та, уның ситендә ҡалҡып торған цилиндр рәүешендәге детале күҙгә ташланыр.
3. Уға яраған асҡысты әҙерләп ҡуйығыҙ.
4. Асҡыстар ярҙамында цапфаларҙы кәрәкле режимға көйләгеҙ (нейтраль режим: цапфаларҙағы билдә өҫкә йә аҫҡа ҡарап тора; йәйге режим: билдә тәҙрәләге резинаға ҡаршы яҡҡа ҡарай; ҡышҡы режим: билдә резина яғына ҡарай).
5. Тикшереп ҡарағыҙ. Ҡағыҙ бите алып, тәҙрә ҡыҫаны (рамы) һәм ҡапҡасы араһына ҡыҫтырып ябабыҙ. Ҡағыҙҙы тартып ҡарайбыҙ. Тартҡан ваҡытта ҡағыҙ шыуып сыҡмай икән, тимәк, тәҙрәләрегеҙ ҡышҡы режимға көйләнгән.
Фото: nashmaster.com