ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
9 Ноябрь 2022, 08:22

Иосиф Кобзондың ҡатыны “Красноусол” шифаханаһында ял итә

Беҙҙең артистарҙың сығышына юғары баһа биргән

Иосиф Кобзондың ҡатыны “Красноусол” шифаханаһында ял итәИосиф Кобзондың ҡатыны “Красноусол” шифаханаһында ял итә
Иосиф Кобзондың ҡатыны “Красноусол” шифаханаһында ял итә

Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Нелли Кобзон менән төшкән фотоны күреп, шунда уҡ бәйләнешкә индек.

  • Беҙҙең ижади төркөм бик әүҙем эшләй. Халыҡ артистары Нәзифә Ҡадырова, Радик Вәлмөхәмәтов, Ғәли Алтынбаев, Миңлеғәфур Зәйнетдинов һәм йәш артистар Лев Ҡолошов, Алиса Йомағәлиеванан торған төркөм республика райондары буйлап гастролдәргә йөрөйбөҙ. Был аҙнала Учалыла булдыҡ, кисә “Красноусол” шифаханаһында концерт менән сығыш яһаныҡ. Сәхнәгә сыҡһам, алғы рәттә Нелли Кобзон ултыра! Концертты яратып ҡараны. Рус, Совет эстрада йырҙарын башҡарҙыҡ. Концерт тамамланғас, үҙе эргәбеҙгә килде. “Һеҙ бөтәгеҙ ҙә үҙ эшегеҙҙең оҫталары, шундай матур кисә бүләк иттегеҙ”, - тип маҡтаны. Әлбиттә, эстрадабыҙҙың мэтры булған Иосиф Кобзондың йырҙарын тыңлап үҫтек, ижадына оло хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Уның тормош иптәшенән ошондай баһа алыу оло мәртәбә булды, - ти Әлфиә Юлсурина.

Бөгөн ижади төркөм Өфө районының “Йоматау” шифаханаһында сыҡыш яһай. Артабан Нуриман, Күгәрсен райондарына юл тотасаҡтар.

 

Фото: Әлфиә Юлсуринаның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас