ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
20 Ноябрь 2022, 09:00

Тортты үҙебеҙ бешерәйек!

Ял көнөндә яҡындарҙы тәмле ризыҡ менән ҡыуандырға килә. Әлбиттә, иттән. Ә бына сәйгә "Наполеон" рецебын ҡарағыҙ.

Тортты үҙебеҙ бешерәйек!Тортты үҙебеҙ бешерәйек!
Тортты үҙебеҙ бешерәйек!

Ҡамыр өсөн: өс стакан он, бер стакан шәкәр, ике аш ҡалағы аҡ май, өс йомортҡа, 2/3 сәй ҡалағы сода, тоҙ.

Крем өсөн: бер литр һөт, өс йомортҡа, ике аш ҡалағы он, бер стакан шәкәр, ванилин, 100 грамм грек сәтләүеге кәрәк.

Әҙерләү: башта йомортҡа менән шәкәрҙе туғыйбыҙ. Аҡ май, тоҙ, һеркәлә һүндерелгән сода, 2,5 стакан он ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ ҙә 15-20 минутҡа ҡалдырабыҙ.

Артабан кремға тотонабыҙ. Йомортҡа менән шәкәрҙә бутап он ҡушабыҙ. Шунан һалҡын һөт өҫтәп, утҡа ҡуйып ҡайнатабыҙ. Төбөнә ултырмаһын өсөн болғатабыҙ. Ҡайнағас, уттан алабыҙ ҙа ванилин ҡушабыҙ.

Ҡамырҙы 14 өлөшкә бүлеп йәйеп, йылытылған табала бешерәбеҙ. Бешкән корждарҙың тирә яғын түңәрәк әйбер менән киҫәбеҙ. Һәр бер бешерелгән коржды крем менән буяп, өҫтөн корж онтаҡтары, грек сәтләүеге менән биҙәп, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер аҙ ваҡыт үткәс өҫтәлгә бирергә мөмкин.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: attuale.ru

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас