+4 °С
Болотло
Бының өсөн бер литр һөт, ярты литр кефир, бер йомортҡа, бер сәй ҡалағы тоҙ, бысаҡ осонда ғына лимон кислотаһы кәрәк.
Әҙерләү: башта тоҙ һалынған һөттө талғын ғына утта болғай-болғай ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас та кефир өҫтәйбеҙ. Ойоғансы болғап торабыҙ. Шунан марляға һалып һөҙәбеҙ. Йомортҡа менән лимон кислотаһын бергә туғып, эремсеккә ҡушып тағы ла күпергәнсе һәйбәтләп туғыйбыҙ. Бына сырыбыҙ әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: honey-way.ru