Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
4 Декабрь 2022, 13:00

Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?

Астрологтар тормошҡа күптән көтөлгән тыныслыҡ килер, тип юрай. Ә бына һигеҙ йыл ҡуян үрсетеү менән шөғөлләнгән коллегабыҙ Лилиә Нуретдинова ҡуяндарға ҡағылышлы ниндәй күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты? 

Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?

Һәр яңы йылды ҡаршылар алдынан беҙ мөғжизәгә нығыраҡ ышанған һымаҡбыҙ, килер йылға яҡты өмөттәр бағлайбыҙ, ырым-юрауҙарға ышанабыҙ. Ғөмүмән, Көнсығыш календары буйынса килгән Ҡуян йылы ниндәй буласаҡ?

Ҡуян йомшаҡ, наҙлы, бәрәкәтле йәнлек. Бер аҙ хәйләкәрлеге лә, хатта осло тырнаҡтары ла бар. Үҙен һаҡлау өсөн уларын да эшкә ебәрә ала.

2023 йылдың стихияһы – һыу. Бер яҡтан ул именлек килтерә, шулай уҡ тарҡалыу тыуҙырыуы ла ихтимал. Бары тик эске тойомлауға ышанып, яраҡлашырға өйрәнергә кәрәк. Астрологтар иһә тормошҡа күптән көтөлгән тыныслыҡ килер, тип вәғәҙәләй. Яңы йылды ҡаршылағанда сағыу кейемдәрҙән баш тартығыҙ. Өҫтәлдә йыл хужаһы яратҡан аҙыҡтар: кишер, кәбеҫтә ҡуйығыҙ. Алманың да төрлөһө өҫтәлгә йәм бирер. Әлбиттә, ҡуян бәлеше тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел! Күберәк балыҡтан әҙерләнгән ашамлыҡтарға иғтибар бирергә кәрәк. Кишер тотҡан ҡуян төшөрлгән һүрәттәр, календарҙар элегеҙ.

Беҙҙең йортта иһә Яңы йылда тере ҡара ҡуян буласаҡ!
Ҡуяндар үрсетеү менән һигеҙ йыл самаһы шөғөлләнәбеҙ. Уларҙың холҡон, нимә яратҡанын яҡшы беләм. Ваҡытында ашатып, тәмле аҙыҡ биреп торһаң, ҡолаҡ артын, арҡаһынан һыпырып һыйпаһаң – ҡуян һине яратыр. Саҡ ҡына ҡурҡытып, өркөтһәң, ҡуян оҡшатмаҫ. Ҡапыл тотоп алһаң, берәй ерен ауырттырһаң, тешләп, йә сапсып алырға ла аптырамаҫ.

Йыл хужаһы менән дуҫлашырға тырышығыҙ! Шул ваҡытта ҡара ҡуян йортоғоҙға бәрәкәт килтерер.

В. Шахов һәм автор фотолары. 

 

Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Ҡара ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: