Яңы йылды һүрәткә төшөргән кеше тип әйтергә була уны. Мауыҡтырғыс йәнлектәр донъяһының авторы – Владимир Иванович Зарубин. 30 йыл эшләү дәүерендә уның һүрәттәре менән 1,5 миллиардтан ашыу открытка һәм конверт донъя күрә.
Шул уҡ рәссамдың “Маугли”, “Ну, погоди!", “Бремен музыканттары эҙҙәре буйлап”, “Бер — борсаҡ, ике — борсаҡ”, “Өсөнсө планета сере”, “Йәшәгән, ти, эт” һәм башҡа бик күптәр йөҙҙәрсә совет йәнһүрәттәренең авторы икәнен белмәйһегеҙҙер ҙә әле.
Йылайыр ауылында йәшәгән Фәниә Түләбаева әле лә был открыткаларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Ә һеҙҙә Яңы йыл төшөрөлгән открыткалар һаҡланамы?