Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
11 Декабрь 2022, 00:30

"Теге соусты эшләнеңме?"

Аш-һыу оҫтаһы Роза Йәнбирҙинаның ҡунаҡтары йыш ҡына шулайтып һорай икән. Был ризыҡтың рецебын ул һеҙгә лә тәҡдим итә. 

"Теге соусты эшләнеңме?"
"Теге соусты эшләнеңме?"

Ишембайҙан уңған хужабикә Роза ханым Йәнбирҙина яҡындарын һыйларға яратыусылар өсөн йәнә бер тәмле ризыҡ эшләргә өйрәтә. Ит янына ҡуйырға бик шәп аҙыҡ, бер тәмләгәндәр уны мотлаҡ ҡабаттан яһаясаҡ, тигән фекерҙә ул.

Һүҙҙе аш-һыу оҫтаһына бирәйек:

– Декабрь башы – һуғым һуйыуҙың әүҙем осоро. Ауылдарҙа өмәләр гөрләп үтә. Ошондай мәлдә ит янына хәтәр шәп соус та эшләп бирһәң, табындың иң түренән урын алыр ул. Был соус тәме менән еңел генә яһала торған салатҡа оҡшаған. Эшләүе ябай ғына булһа ла, үҙе ашап туйғыһыҙ.

Шулай итеп, беҙгә 300 грамм ҡала ҡаймағы, ике йоҡа ғына лимон киҫәге, бер тоҙло ҡыяр, йәшел һуған кәрәк була. Лимон, ҡыяр, һуғанды ваҡ итеп турап, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ - соусыбыҙ әҙер. Йәшел һуған менән биҙәп ебәрергә лә мөмкин.

Бик еңел генә булғас, юҡ-бар ризыҡ тиеп уйлай ҡуймағыҙ, иң тәүҙә эшләп, ашап ҡарағыҙ! Уны ғаиләм бик ярата, беҙгә килгән ҡунаҡтар ҙа, теге соусты эшләнеңме, тип йыш һорай. Матур ял һәм тәмле аштар теләйем!

Фото һәм видео Роза Йәнбирҙинаның архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: