Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
4 Ғинуар 2023, 20:30

Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә һау булһын

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген нисек һаҡларға? Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, уны нисек һаҡларға, нисек һомғол буйлы, гүзәл булып ҡалырға? Был турала сайтта уҡығыҙ...

Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә һау булһын
Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә һау булһын
Тикшереүҙәр шуны раҫлай: иртән ашамаған кеше артыҡ килограмдарҙы тиҙ йыя. Ҡатын-ҡыҙға иртәнсәк йөҙөм, сәтләүектәр менән һоло бутҡаһы тәҡдим итер инем, етен майын ҡулланығыҙ. Кискә табан кеше арый һәм ниндәйҙер шәрбәт нәмә ашағыһы килә башлай. Күҙәнәкле матдәләргә бай аҙыҡ асығыу тойғоһон баҫа. Көн һайын бер нисә сәтләүек ашағыҙ, уларҙың составында мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаусы омега-3 матдәләре бар.
 

Сағыу төҫлө аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар тыштан ғына ялтырамай, ә файҙалы ла. Бындай аҙыҡ тәндә зарарлы ирекле радикалдарҙы бәйләүсе флавоноид һәм каротин кеүек химик элементтарға бай, улар иһә елһенеүҙе иҫкәртә. Көнөнә 5-9 ус йәшелсә-емеш ашарға тырышығыҙ, был осраҡта башҡа ризыҡтар ҙа зыян килтермәҫ.
Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас: