Тыумышы менән Баймаҡ районының Темәс ауылынан булған Марсель бешеренергә ярата. Бына әле ул үзбәк ҡаҙаны һатып алған да шул һауытта ҡаҙан-кебаб бешереп күрһәтә.
Был әллә ни ауыр түгел: картуф, тауыҡ ите, һуған, 200 грамм һыу кәрәк. Картуфты ул Темәстекен һайлаған, итте магазиндан алған.
Тәүҙә ҡайнар майҙа йомролай картуфты һәм туралған итте бер аҙ ҡыҙҙырып ала. Артабан - һуғанды. Шунан уның өҫтөнә алтынһыу төҫкә ингән картуфты, йәнә итте һала, бер стакан һыу ҡоя. Утты яйлатып, өҫтөнә ике ҡат ҡапҡас ябып, 40 минут бешерә. Ошолай эшләһәң, быуы сыҡмай, ти.
"Һыуҙа бешкән ише түгел, шашлыҡ кеүек килеп сыҡҡан", - ти Марсель, ризыҡты тәмләп ҡарап. Әллә беҙ ҙә бешереп ҡарайыҡмы ҡаҙан-кебабты, хужабикәләр? Нисек килеп сығыр икән?
Фото: видеонан скриншот.