Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
29 Ғинуар 2023, 12:00

Прәниктән торт

Бының өсөн 600 грамм прәник, ике банан, 700 грамм ҡаймаҡ, 70 грамм шәкәр пудраһы, 100 грамм шоколад кәрәк  

Прәниктән торт
Прәниктән торт

Бының өсөн 600 грамм прәник, ике банан, 700 грамм ҡаймаҡ, 70 грамм шәкәр пудраһы, 100 грамм шоколад кәрәк.

 

Әҙерләү:

Прәниктәрҙең ҡайһыһы булһа ла ярай, тик йомшаҡ булырға тейештәр. Ҡаймаҡтың ҡуйыһын алабыҙ.

Прәниктәрҙе уртаға ҡырҡабыҙ. Бәләкәстәрен шул көйөнсә ҡалдырһаҡ та була. Банандарҙы нәҙек итеп киҫәбеҙ. Ҡаймаҡҡа шәкәр пудраһы һалып бутайбыҙ. Йәйенке тәрилкәгә прәниктәрҙе йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡ ҡатнашмаһын ҡоябыҙ. Шунан банандарҙы теҙәбеҙ. Шулай итеп бер нисә ҡат яһайбыҙ, прәниктәр бөткәнсе. Иң өҫтөнә йомроларын һалып һәйбәтләп ҡаймаҡ һөртәбеҙ ҙә, шоколадты иретеп һибеп биш-алты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

 

Сәйегеҙ тәмле булһын!

 

Фото: союзженскихсил.рф

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: