Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
2 Февраль 2023, 13:00

Ҡабаҡ... һауытҡа әйләнә

Йәй-көҙ ҡабаҡты ашаһаң, хәҙер унан ризыҡ бешереү өсөн бына тигән һауыт эшләргә була.

Ҡабаҡ... һауытҡа әйләнә
Ҡабаҡ... һауытҡа әйләнә

Бының өсөн ҡабаҡ, бер баш һуған, бер кишер, бер картуф, бер помидор, 200 грамм ит фаршы, 30 грамм сыр, өс аш ҡалағы ҡуйы һөт йәки ауыл ҡаймағы, өс аш ҡалағы йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Әҙерләү: башта ҡабаҡтың башын ҡырҡып, ҡапҡас эшләйбеҙ. Эслек тултырыр өсөн эсен ҡалаҡ менән соҡоп алабыҙ.

Картуфты, кишерҙе, һуғанды ваҡлап турап, фарш менән бергә бутап, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Картуф урынына дөгө ярмаһы булһа ла ярай. Ҡабаҡтың төбөнә башта ҡуйы һөт ҡоябыҙ, шунан фарш, иң өҫкә түңәрәк итеп киҫелгән помидор, ҡырылған сыр, йәшел үләндәр һалып, фольга менән ябып, берәй сәғәткә духовкаға ултыртабыҙ. Өҫтө ҡыҙарһын өсөн, бешкәс, фольгаһын 10 минутҡа алып торабыҙ. Ризығыбыҙ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: rorina.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: