Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
2 Февраль 2023, 20:00

Өфө урамдары тарихынан

Баш ҡалабыҙ арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәрен онотмай. 

Өфө урамдары тарихынан
Өфө урамдары тарихынан

ХХ быуат башында Өфө ҡалаһына халыҡтар юлбашсыһы Владимир Ильич Ленин килә. Тап Өфө ҡалаһында “Искра”ның терәк пункты ойошторола. Революция юлбашсыһының исеме – Ленин урамы – иң боронғо урамдарҙың береһе, элекке Центральная урамына бирелгән.

Ҡалала Совет власы өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән көрәшселәрҙең исемдәрен урамдарға биреп, мәңгеләштерәләр: И. Якутов, П. Вавилов, Я. Әхмәтов, П. Зенцов, бер туған Кадомцевтар, П. Моряков, Б. Нуриманов, Б. Шәфиев, Ш. Хоҙайбирҙин урамдары...

Биографиялары Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән арҙаҡлы шәхестәр: ленинсы гвардия вәкилдәре М. Каменин, Я. Свердлов, А. Цюрупа, В. Блюхер, В. Чапаев, ялҡынлы революционерҙар А. Ухтомский, И Павлунский исемдәрен Өфө ҡалаһы урамдары әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.

Башҡортостанда күренекле яҙыусылар С. Аксаков, М. Ғафури, Ғ. Ибраһимов, С. Крашенинников, А. Фадеев, Я. Гашек, С. Агиш, С. Злобин, ғалимдар А. Бессонов, Д. Менделеев, П. Рычков, Ш. Сүнчәләй һәм башҡаларҙың исемдәрен дә баш ҡалабыҙ онотмаған.

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғүмерҙәрен аямай һуғышҡан һәм һәләк булған ялҡынлы яугирҙәребеҙ: А. Матросов, М. Ғөбәйҙуллин, К. Абрамова, М. Шайморатов, И. Новоженов, П. Комлевтарҙың исемдәрен дә ҡала халҡы күңелдәрендә һаҡлай.

Ғәлиә Ғәлимова әҙерләне.

 

Фото: novyefoto.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: