Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
5 Март 2023, 13:00

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" 8 Мартты ҡаршыланы

БЮТ каналында барған асыҡ академияла байрамса кәйеф тыуҙырыуға өлгәштеләр. 

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" 8 Мартты ҡаршыланы
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" 8 Мартты ҡаршыланы

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" асыҡ академияһы эшләне.

Ул етеп килгән 8 Март байрамына бағышланды. Студияла ҡунаҡта төрлө һөнәр эйәләре булған ҡатын-ҡыҙҙар булды, ниндәй ҙә булһа өлкәлә үҙ эшмәкәрлеге менән билдәле ир-егеттәр республикабыҙҙың гүзәл заттарын байрам менән ҡотларға килде. Академияның эше байрамса кәйефтә, йыр-моң менән аралашып барҙы.
Дәрәжәле ҡунаҡтарҙың береһе - республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе М.Забелин сәләмәт тормоштоң йәшәү сифатына яҡшы тәьҫире тураһында һөйләне, ҡатын-ҡыҙҙарҙы етеп килгән байрам менән ҡотланы.

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына байрам теләктәрен еткерергә студияға республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров та  килде.

 

Фото: тура эфир видеоһынан скриншот.

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" 8 Мартты ҡаршыланы
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" 8 Мартты ҡаршыланы
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" 8 Мартты ҡаршыланы
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" 8 Мартты ҡаршыланы
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" 8 Мартты ҡаршыланы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: